Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:27 (UTC+5), 28 Декабря 2015

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 декабрҙә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
– Республикала 86 меңдән ашыу кеше «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы булып тора. Был, ысынлап та, ҡеүәтле көс, бик күпте эшләргә мөмкин, – тине республика етәксеһе. – Бөгөн йәмғиәтте туплауға, ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн кешеләрҙе йәлеп итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Ошо йәһәттән Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы ҙур эш алып бара.
Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында республиканың 2015 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йомғаҡтары менән таныштырҙы һәм партияның төбәк бүлексәһе алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе билдәләне.
– Халыҡ менән аралашырға, уларҙы ышандырырға, осрашырға кәрәк. Мин үҙем дә осрашам. Ошо осрашыуҙарҙан һуң дөрөҫлөктө беләһең. Бик күп идеялар, тәҡдимдәр бар, әммә, нигеҙҙә, өмөттәрен юғалтҡан кешеләр килә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Кешеләр менән аралашыу – минең өсөн тәүге мәғлүмәт сығанағы. Гәзит тә, интернет та түгел, ә ябай кешенең фекере. Эшемде лә шулай ҡорорға тырышам.
Конференция сиктәрендә Партия проекттары форумы майҙансыҡтары вәкилдәре лә сығыш яһаны, улар «Реаль эштәр», «Рәсәй экологияһы», «Йәшәү сифаты (Сәләмәтлек)», «Йорт менән идара итеү» һәм «Сәйәси лидерҙар мәктәбе» проекттарын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне.
– Был беҙҙең өсөн мөһим, ҡыҙыҡлы, кәрәкле эшмәкәрлек йүнәлештәре, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бер үк ваҡытта шуны әйткем килә: был – оло эштең башы, сөнки оҙаҡ ваҡыт ошо йүнәлештә бушлыҡ булды.
Республика Башлығы конференция делегаттарын етеп килгән байрамдар менән ҡотланы һәм киләсәккә оптимизм менән ҡарауҙарын теләне.
– Оптимизм – тормошобоҙҙоң иң мөһим өлөшө. Бөгөнгө проблемалар илебеҙ кисергән ауырлыҡтарҙың иң ҡатмарлыһы түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, киләсәккә позитив ҡараш менән эшләү зарур. Алда беҙҙе етди эш көтә, ул кешеләр өсөн генә түгел, үҙебеҙ өсөн дә мөһим. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итергә, йәшәү сифатын арттырырға, халыҡтың етеш тормошон тәьмин итергә тейеш. Бөгөн был еңелдән булмаһа ла.
Башҡортостан Башлығы 2016 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙар ғәҙел һәм асыҡ булырға тейешлеген дә билдәләне.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика