06:21 (UTC+5), 24 Декабрь 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советының дөйөм белем биреү системаһын камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.
Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.
Сифатлы белем биреүҙең нигеҙен уҡытыусының эше тәшкил иткәнгә күрә Рәсәй Президенты педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ үҫеш системаһын булдырырға ҡушты. Заманса әҙерлек программаларын индереү һәм педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыусы хеҙмәтен матди һәм әхлаҡи яҡтан дәртләндереүҙең һөҙөмтәле механизмын әҙерләү, өҙлөкһөҙ профессиональ үҫешкә стимул булдырыу, уҡытыусының квалификацияһын һәм эш һөҙөмтәләрен баһалау системаһын камиллаштырыу — эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, тип билдәләне ул.
Владимир Путин үҙ сығышында уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә, һөнәри йүнәлеш биреү эшен һәм өҫтәмә белем алыу системаһын үҫтереү мәсьәләләренә лә ҡағылды.
Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашҡанда Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда уҡытыу системаһының «яҡшы һәм ышаныслы» эшләүен билдәләне. Шуның менән бергә заманса уҡытыу алымдарын һәм технологияларын, шул иҫәптән электрон белем биреүҙе әүҙемерәк индерергә кәрәк.
– Бөгөн белем биреү процесы бөтөнләй башҡаса, 10-12 йыл элекке менән сағыштырғанда балалар ҙа икенсе. Уҡытыусылар иһә үҙгәрмәгән, шул уҡ алымдарҙы файҙаланалар. Заман талабы һәм мәктәптәрҙең мөмкинлектәре араһында айырма барлыҡҡа килде. Биш йыл элек үк мин электрон уҡытыу индереүҙе талап иткәйнем. Бөгөн республика ошо йәһәттән яҡшы һөҙөмтәләргә иреште, – тине Башҡортостан Башлығы. – Институттар, университеттар, шул иҫәптән Мәғарифты үҫтереү институты белгестәрҙе ҡайтанан әҙерләү менән шөғөлләнергә тейеш. Әлбиттә, бөгөн электрон уҡытыу ғына кәрәкмәй. Балаларҙа буласаҡ һөнәр, яңы технологияларҙы үҙләштереү йәһәтенән донъяға башҡаса ҡараш тәрбиәләү мөһим.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика