05:13 (UTC+5), 18 Декабря 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев менән осрашты. Осрашыу барышында республикала һайлауҙарҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
– Быйыл урындағы советтарға депутаттар һайланыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына, беҙҙең муниципалитеттарҙа, ҡала округтарында һайлауҙар үтәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо йүнәлештәр буйынса ҙур эш башҡарырға кәрәк. Һайлауҙарҙы юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн һайлау процесын ойоштороу менән шөғөлләнгән профессионалдарҙың эш тәжрибәһе етерлек, тип ышанам. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – һайлауҙы ғәҙел үткәреү.
Башҡортостан – илдә өс йыл рәттән ҙур һайлауҙар уҙғарған берҙән-бер төбәк, тип билдәләне Леонид Ивлев.
– Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып яңы территориаль һайлау комиссияларын булдырҙы. Яңы составтар раҫланған да инде, бер аҙна элек рәйестәр һайланды, – тип билдәләне Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары. – Парламент партиялары барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында ла күрһәтелгән, парламентҡа ҡарамаған партиялар ҙа әүҙем ҡатнаша. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла һайлауҙарҙы ғәҙел, лайыҡлы үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика