06:01 (UTC+5), 18 Декабря 2015

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан һайлау системаһының 20 йыллығына арналған конференцияла сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 декабрҙә Хөкүмәт йортонда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк һайлау системаһының 20 йыллығына арналған «Хәҙерге Рәсәйҙең һайлау системаһы: үҫеш мөмкинлектәре» тип аталған республика ғилми-ғәмәли конференцияһында сығыш яһаны.
– Һайлауҙар барыһының да иғтибарын йәлеп иткән ҙур ваҡиға ғына түгел. Һайлауҙар йәмғиәттең артабанғы үҫешенең сәйәси йүнәлешен билдәләүсе камертон булып сығыш яһай, – тине республика етәксеһе. – Улар күп осраҡта илдең, төбәктәрҙең, муниципалитеттарҙың, төрлө кимәлдәге власть органдарына үҙҙәренең вәкилдәрен һайлаусы кешеләрҙең өҫтөнлөктәрен сағылдыра. Бурысыбыҙ – граждандарҙың һайлауға хоҡуғын тормошҡа ашырыу ғына түгел. Халыҡты сәйәси һәм иҡтисади процестарға йәлеп итеү мөһим.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа һайлаусыларҙың ғына түгел, сәйәси партияларҙың да әүҙемлеге артҡан.
Башҡортостан етәксеһе, республика һайлау системаһының 20 йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһап, ошо осорҙа төрлө кимәлдәге яҡынса 3 800 һайлау кампанияһы, шулай уҡ 73 референдум уҙғарылыуын билдәләне. Бөгөн территориаль һәм участка һайлау комиссиялары хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 35 мең ағзаны берләштерә.
2016 йылда ҡатнаш система буйынса етенсе саҡырылыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары советтары депутаттарын һайлау үткәрелә.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика