ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 декабрҙә Киров ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов медицина ярҙамының сифатын арттырыу мәсьәләләренә арналған Волга буйы федераль округы Советы ултырышында
ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе.