05:05 (UTC+5), 08 Декабря 2015

Башҡортостан Хөкүмәтендә бурыстар билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә бурыстарҙы билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенә етәкселек итә, Рәсәйҙең башҡарма власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә, Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә Хөкүмәт исеменән сығыш яһай, хөкүмәт-ара килешеүҙәр төҙөй.
Башҡортостан Хөкүмәте вәкәләттәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Рәсәйҙең Оборона министрлығы ойошмалары, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡазалар эҙемтәһен бөтөрөү буйынса министрлығының баш идаралығы, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль таможня хеҙмәтенең Башҡортостан таможняһы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы, Суд департаментының Башҡортостандағы идаралығы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарай. Төбәк Башлығы судтар һәм прокуратура органдары менән үҙ-ара килешеп эш итә, шулай уҡ Башҡортостан ҡануниәтендә билдәләнгән башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра. Бынан тыш, республика етәксеһенең бурыстары исемлегенә Башҡортостанда мобилизация әҙерлегенә һәм мобилизацияға етәкселек итеү өҫтәлде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика