Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Декабрь 2015, 10:06

Рөстәм Хәмитов Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл менән осрашты

Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархының матбуғат хеҙмәте
Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 декабрҙә Кремлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл менән осрашты.
Әңгәмәлә Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон һәм Мәскәү Патриархияһында эштәр менән идара итеүсенең беренсе урынбаҫары епископ Воскресенский Савва ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Өфөләге Изге Богородица сиркәүендә төҙөкләндереү эштәренең тамамланыуы хаҡында хәбәр итте, шулай уҡ Патриарх Кирилды Башҡортостанға саҡырҙы. Патриарх саҡырыуҙы ҡабул итте. Сәфәр 2016 йылдың йәйенә планлаштырылған.
Һуңынан Башҡортостандағы конфессия-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде.
– Беҙ һәйбәт эшләйбеҙ. Төбәктә ҡаршылыҡтар, конфликттар юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ рухи һәм матди яҡтан бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, сөнки сиркәүҙәрҙе тергеҙергә кәрәк.
Читайте нас