12:15 (UTC+5), 02 Декабря 2015

Төбәк Башлығы энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын ҡышҡа әҙерләү буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 декабрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын һәм электр энергетикаһы субъекттарын ҡышҡы осорға әҙерләү йомғаҡтары буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Премьер-министр әйтеүенсә, Рәсәйҙә йылытыу миҙгеле һәйбәт башланды.
– Күпселек төбәктәрҙә йылытыу миҙгеле башланған. Бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. Яғыулыҡ запасы етерлек, ошо күрһәткес буйынса алда барабыҙ, – тине Дмитрий Медведев.
Йылылыҡ, һыу үткәргес һәм электр селтәрҙәре йылытыу миҙгеленә әҙер, тип билдәләне Хөкүмәт рәйесе. Уларҙың күбеһе йыл дауамында ремонтланған.
– Бөтә йорттар, йәки 8,5 миллион йорт ҡышҡа әҙер. Бөтә төбәктәр ҙә тиерлек был эште тулы күләмдә атҡарып сыҡҡан, – тип хәбәр итте Дмитрий Медведев.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының ресурстар өсөн бурысы Рәсәй энергетика комплексының төп проблемаһы булып ҡала.
– 1 сентябргә бурыс 130 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, – тине Премьер-министр.
Хөкүмәт рәйесе төбәк властарына ошо бурыстарҙы бөтөрөү буйынса эште дауам итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек барышында Башҡортостанда 105 саҡрым йылылыҡ селтәрҙәре һәм 227 саҡрым һыу үткәргес селтәрҙәре алмаштырылған. Ун бер айҙа 891 күп фатирлы йортта ремонтлау эштәре тамамланған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларында хеҙмәткәрҙәр етерлек тупланған. Башҡортостанда бөтә йорттар һәм социаль объекттар йылылыҡ менән тәьмин ителгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика