12:40 (UTC+5), 01 Декабря 2015

Михаил Бабич: «Милли ҡомартҡы һаналған Торатауға теймәү өсөн барыһы ла эшләнә»

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн милли ҡомартҡы һаналған Торатауға теймәү һәм икенсе сеймал базаһын табыу өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Волга буйы төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе. Сара бөгөн Түбәнге Новгородта уҙҙы.
«Башҡортостан сода компанияһы – ҙур яндырылған сода етештереү предприятиеһы. Ул Рәсәй баҙарының – 60, экспорт тауарҙарының 20 проценттан ашыуын биләй. Производствола 4,5 мең эшсе, дөйөм алғанда, 10 меңгә яҡын кеше эшләй. Оҙаҡ йылдар сеймал базаһы булған шихан 2019 йылда юҡҡа сығасаҡ. Әгәр сеймал проблемаһы хәл ителмәһә, беҙ предприятиены ғына түгел, шулай уҡ төрөктәр һәм американдар дәғүә итә башлаған яндырылған сода етештереүҙе лә юғалтасаҡбыҙ. Хәҙер улар үҙҙәренең производствоһын яңырта һәм баҙарға инергә әҙер», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Бабич.
Тулы хоҡуҡлы вәкил һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта икенсе сеймал базаһын һайлау буйынса ҙур эш башҡарыла. Ҡуштау тикшерелгән, Ғүмәр ятҡылығы өйрәнелә.
«Беҙ халыҡтың фекерен, Торатауға мөнәсәбәтен беләбеҙ. Әммә сәнәғәт объектының да проблемаһын аңлау мөһим. Миңә билдәле булыуынса, хәҙер Ҡуштауҙа һәм Ғүмәр ятҡылығы буйынса эш алып барырға кәрәк», — тине тулы хоҡуҡлы вәкил.
Ҡуштау ҙа һәйбәт вариант түгел, сөнки унда ял һәм туризм өсөн шарттар булдырылған, тип өҫтәне Михаил Бабич. Шуға күрә тулы хоҡуҡлы вәкил Ғүмәр ятҡылығының иң яҡшыһы булыуын билдәләне. Әгәр ыңғай һөҙөмтә алынһа, ул Башҡортостан сода компанияһы өсөн төп сеймал базаһы буласаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика