17:51 (UTC+5), 25 Ноября 2015

Сирияла төрөк истребителе бәреп төшөргән Су-24 пилотына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 24 ноябрҙә Сирияла төрөк истребителе бәреп төшөргән Су-24 пилотына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ил Президенты «Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
«Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн подполковник Пешков Олег Анатольевичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде (үлгәндән һуң). Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн капитан Мурахтин Константин Валерьевич һәм матрос Позынич Александр Михайлович (үлгәндән һуң) Ҡаһарманлыҡ ордендары менән бүләкләнде», — тип билдәләнә Указда.
Журналистарҙың Сирияла хәрби самолеттың һәләкәткә осрауына бәйле һорауҙарына яуап биреп, Владимир Путин, «Су-24»-тең икенсе осоусыһы ҡотҡарылған, тине.
«Был — штурман. Операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дәүләт наградалары тапшырыласаҡ. Оборона министрлығы шундай тәҡдим индерҙе. Корабль командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы йондоҙо менән бүләкләнәсәк (үлгәндән һуң)», — тип белдерҙе дәүләт башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика