11:24 (UTC+5), 25 Ноября 2015

Милли электрон китапхананың эшмәкәрлеге ҡануни яҡтан көйләү талап итә — Зөһрә Рәхмәтуллина

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Милли электрон китапхананың эшмәкәрлеге ҡануни яҡтан көйләү талап итә. Ул 2004 йылда Рәсәй дәүләт китапханаһы башланғысы менән булдырыла башлаған, бөгөн был проектта алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы, шул иҫәптән Башҡортостандың Милли китапханаһы ҡатнаша. Мәҙәниәт буйынса совет Милли электрон китапхананың үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Уның эшендә Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты.
«Бөгөн беҙ яңы мәғлүмәт технологиялары осоронда йәшәйбеҙ. Илебеҙ заман менән бергә атларға тейеш. Донъяла үҙен аҡлаған ошондай милли мәғлүмәт системаларын булдырыу тәжрибәһе бар, — тип билдәләне үҙ сығышында Зөһрә Рәхмәтуллина. — Милли электрон китапхана илдең интеллектуаль, фәнни-техник, мәҙәни-мәғариф ҡеүәтен артабан үҫтереү өсөн бик мөһим».
Депутат фекеренсә, китапхана эше өлкәһендәге яңылыҡты тормошҡа ашырыу өсөн ойошмаларҙың, ҡулланыусыларҙың һәм дәүләттең ҡарашын иҫәпкә алып, тармаҡ ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Закон проектын ҡабул итеү Милли электрон китапхана булдырыу мәсьәләләрен асыҡлау өсөн етди эш талап итә. Документ тәү сиратта фонд ойоштороуҙың ғилми, мәҙәни һәм башҡа өҫтөнлөктәрен, шулай уҡ мәғлүмәт ресурстарын һайлап алыуҙың төп принциптарын һәм алымдарын билдәләргә тейеш.
Белешмә. Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына «Милли электрон китапхана» мәғлүмәт системаһын үҫтереү тураһында закон проектын индерҙе. Был ресурс һәр кемгә рус телендәге нәфис һәм ғилми әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика