Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
13:35 (UTC+5), 18 Ноября 2015

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында төбәктәге демографик хәл тикшерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтен ултырышын үткәрҙе. Төбәктәге демографик хәл көн тәртибендәге мәсьәләләрҙең береһе булды.
– 2010 йылдан алып тәүге тапҡыр яҡшы яҡҡа үҙгәреш тойолмай. Быйыл тыуым былтырғы менән сағыштырғанда 3 процентҡа кәмегән, үлем 2,5 процентҡа артҡан, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ төрлө кәңәшмәләрҙә бер нисә тапҡыр ошо мәсьәләләр хаҡында һөйләштек. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм үлемде кәметеү буйынса республика саралар планы ҡабул ителде, ошоға оҡшаш муниципаль пландар бар.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров 2015 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса республикалағы демографик хәл тураһында һөйләне.
Ошо осорҙа Башҡортостанда 44 040 сабый, уҙған йылдың шул уҡ осоронда 45 504 бала тыуған, тип хәбәр итте ул. Был бала табыуға һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙайыуына бәйле. Шуның менән бергә Башҡортостан тыуым буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 20 төбәге иҫәбенә инә һәм ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем 2,5 процентҡа артҡан, бәүел-енес, эндокрин, нерв системаһы, инфекция һәм паразит, тын юлдары сирҙәре тәүге урында, – тип билдәләне Әнүәр Бакиров. – Өҫтәүенә алкоголле эсемлектәр менән ағыуланып үлеүселәр былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Башҡортостан Рәсәйҙең 85 субъекты араһында үлем буйынса 39-сы, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса халыҡҡа медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса күрһәтмәләр бирелде. Атап әйткәндә, республикала тиҙ медицина ярҙамының берҙәм үҙәкләштерелгән диспетчер хеҙмәте барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ онкология диспансерының палата корпусын төҙөү һәм кардиология хеҙмәтен үҫтереү күҙаллана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика