ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ляонин провинцияһы делегацияһы менән
осрашты. Делегацияны Ҡытай коммунистар партияһының төбәк комитеты секретары һәм Ляонин провинцияһы Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының даими комитеты рәйесе Ли Си етәкләй. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.