Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Ноябрь 2015, 10:33

Рөстәм Хәмитов мәктәптәрҙә яңы урындар булдырыу мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2016-2025 йылдарға «Рәсәй субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға ярҙам итеү» программаһын тормошҡа ашырыу тураһында видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Мәктәптәрҙә балаларҙы уҡытыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу яңы мәғариф стандарттарын әҙерләү кеүек үк бик мөһим, тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры. Ошо программа өсөн 3 триллион һум самаһы талап ителәсәк, шуның яҡынса 2 триллион һумы – федераль бюджеттан.
– Тиҙҙән балалар баҡсаларына йөрөгән кескәйҙәр мәктәпкә барасаҡ. Быйыл беренсе класс уҡыусылары былтырғыға ҡарағанда 145 меңгә күберәк, 10 йылдан уҡыусыларҙың дөйөм һаны йәнә 3,5 миллионға артасаҡ. Был – бик ҙур һан. Улар яҡшы, заманса уҡыу йорттарында белем алырға тейеш, – тип билдәләне Дмитрий Медведев.
2016-2025 йылдарға «Рәсәй субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға ярҙам итеү» федераль программаһы 2018 йылға өсөнсө сменаны бөтөрөүҙе, 2021 йылға 1-4 һәм 10-11 (12) кластарҙы бер сменала уҡытыуға күсереүҙе, шулай уҡ иҫке мәктәптә уҡыусыларҙы күсереү өсөн яңы урындар булдырыуҙы тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. 2025 йылға 5-9 кластар өсөн бер сменала уҡытыуҙы ойоштороу, шулай уҡ иҫке мәктәптәрҙә белем алыусы уҡыусыларҙы яңы биналарға күсереү планлаштырыла.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы программала ҡатнашыу өсөн тейешле төбәк программаһы проектын («юл картаһы») әҙерләгән. Республика яғынан 30 процент күләмендә финанслау ҡаралған.
2015-2016 уҡыу йылында Башҡортостанда 56 095 кеше икенсе сменала уҡый, был былтырғыға ҡарағанда 13 процентҡа кәмерәк. Әлеге ваҡытта 16 муниципалитет мәктәптәрендә икенсе смена юҡ. Демографик күҙаллауҙарға ҡарағанда, 2020 йылға икенсе сменала уҡыусыларҙың һаны 74,5 меңгә етәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән һөнәри белем биреү ойошмаларының бушаған биналарын файҙаланыу иҫәбенә муниципаль һәм дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаларында урындарҙы арттырыу, шулай уҡ ғәмәлдәгеләрен яңыртыу һәм яңы мәктәптәр төҙөү ҡаралған. Муниципалитеттарҙа тейешле «юл карталары» ҡабул ителгән. 2015 йылда республика бюджеты иҫәбенә мәктәптәрҙе яңыртыуға һәм яңыларын төҙөүгә – 1,1 миллиард һум, 2016 йылда 1,3 миллиард һум ҡаралған.
Читайте нас: