06:09 (UTC+5), 06 Ноября 2015

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы делегацияһы менән осрашты. Уны провинцияның Халыҡ хөкүмәте губернаторы Лу Синьше етәкләй. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Мәҙәниәт һәм эшҡыуарлыҡ көндәре – бер-береңде яҡшыраҡ белеү, эшлекле һәм гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм нығытыу өсөн һәйбәт мөмкинлек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Цзянси провинцияһы ышаныслы һәм перспективалы партнерға әүерелә бара. Мөнәсәбәттәребеҙ үҫешә. «Чжон Ге» компанияһы Ҡытай-Рәсәй халыҡ-ара сауҙа үҙәген төҙөү буйынса эш алып бара. Халыҡ-ара эшлекле үҙәк барлыҡҡа киләсәк. «Медь Цзянси» корпорацияһы менән эштәр һәйбәт башланды. Башҡа проекттарыбыҙ ҙа бар, улар, һис шикһеҙ, республикала тормошҡа ашырыласаҡ.
– Был юлы 170-тән ашыу эшҡыуар килде. Уларҙың маҡсаты – хөкүмәттәребеҙ булдырған база нигеҙендә һеҙҙең эшҡыуарҙарығыҙ менән туризм һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек варианттарын табыу, – тине Цзянси губернаторы. – Ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн Башҡортостандағы тейешле органдарҙың төбәк предприятиеларына беҙҙең предприятиелар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙа ярҙам итеүен һорайым. Ҡайһы бер проекттар ғәмәлгә ашырыла башланы, шуға күрә Башҡортостан Хөкүмәтенең уларға булышлыҡ итеүен теләйем.
Дарыу етештереү һәм тракторҙар йыйыу заводтарын, Өфөлә халыҡ-ара сауҙа үҙәге һәм берлектәге йәшелсә фермаһын төҙөү – төп проекттар, тип билдәләне Лу Синьше.
Рөстәм Хәмитов сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, нығытыу өсөн Башҡортостанда Цзянси вәкиллеген һәм Цзянсиҙа республиканың шундай уҡ вәкиллеген асыу идеяһын хупланы.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды биләй. 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә.
Башҡортостандан Ҡытайға нефть һәм нефть продукттары, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, баҡыр һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ҡытайҙан беҙгә насостар, электр ҡорамалдары, консерваланған йәшелсә, еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика