12:56 (UTC+5), 07 Октября 2015

Баш ҡалаға Ҡырым Республикаһының рәсми делегацияһы килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 8 октябрҙә Өфөгә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының рәсми делегацияһы: Ҡырым парламенты рәйесе Владимир Константинов, Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы Аппараты етәксеһе Валентина Шевель, Дәүләт Советының профилле комитет етәкселәре һәм ағзалары, Ҡырым парламенты рәйесе ярҙамсыһы Диана Киргизова килә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 10 октябргә тиклем дауам итәсәк сәфәрҙең программаһында республика етәкселеге, республика парламенты депутаттары менән осрашыу, закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Ҡунаҡтар Республика көнөнә арналған тантаналы концертҡа, шулай уҡ Археология һәм этнография музейына, Салауат Юлаев һәйкәленә, Еңеү паркына, «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә, Ядро медицинаһы үҙәгенә, Өфө дәүләт авиация техник университетына, «Алексеевка» совхозына, «Аҡбуҙат» ипподромына, «Өфө-Арена» спорт комплексына барасаҡ. Өфө вуздарында белем алыусы Ҡырым Республикаһы студенттары менән осрашыу планлаштырылған.
Закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү федераль закон проекттарын бергә әҙерләүҙе, норматив акттар һәм уларҙың проекттары, башҡа материалдар менән алмашыуҙы, конференциялар, семинарҙар, осрашыуҙар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика