13:21 (UTC+5), 05 Октябрь 2015

Рөстәм Хәмитов балаларға ҡарата хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 5 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә арналған хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
– Координация кәңәшмәһе эшен ҡатмарлы теманан башлайбыҙ. Өфө мәктәбенең бишенсе класс уҡыусыһын үлтереү бөтә республиканы тетрәндерҙе. Республика халҡы, ата-әсәләр бер үк һорауға яуап эҙләй: «Ни өсөн бер кем дә күрмәгән, фажиғәнән ҡотҡарып ҡалмаған?», – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай һорауҙарҙы тәү сиратта кешеләрҙең именлеге, балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы хеҙмәттәргә бирергә кәрәк. Ошондай фажиғә ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, был фажиғә балаларға ҡарата енәйәтселек кимәленең ҡатмарлы булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, йыл башынан республикала бәлиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған ике меңдән ашыу енәйәт теркәлгән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ошондай енәйәттәрҙең һаны артҡан. Өфөлә, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Әлшәй, Благовещен, Дыуан, Иглин райондарында балаларға ҡарата енәйәтселектең артыуы билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов халыҡ дружиналарын йәлеп итеп, урамдарҙы һәм парктарҙы, мәктәп һәм балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү, башҡа социаль әһәмиәтле объекттар янындағы биләмәләрҙе патрулләү иҫкәртеү саралары булып тора тип билдәләне.
– Хәүефле урындарҙы – урман зоналарын, ташландыҡ ҡаралтыларҙы, гараждарҙы юҡ итеүгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Яҡтыртыу, төҙөкләндереү буйынса саралар күреү, даими рейдтар уҙғарыу зарур, – тине Башҡортостан Башлығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика