07:00 (UTC+5), 01 Октябрь 2015

Көҙгө саҡырылышта 6300-ҙән ашыу яҡташыбыҙ һалдат сафына баҫасаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 6300-ҙән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынырға тейеш. Рәсәй Президенты «2015 йылдың октябрь – декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.
Республиканың Хәрби комиссариатында хәбәр итеүҙәренсә, Ҡоро ер ғәскәрҙәренә — 3600, Хәрби-Һауа көстәренә — 340, Диңгеҙ флотына — 230, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә — 300, Һауа десанты ғәскәрҙәренә — 110, Эске ғәскәрҙәргә 480 самаһы кеше ебәрелә.
Хәрби хеҙмәткә алыу октябрҙең өсөнсө декадаһында башлана.
Быйыл көҙҙән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға йәйге һәм йылы кейемдәр урынына көндәлек кейем (оҙон еңле куртка һәм салбар) һәм яҙғы-көҙгө курткалар бирелә. Мәҫәлән, тире бүрек, кашне, көндәлек куртка, көндәлек костюм, йылы фуфайка-тельняшка, оҙон еңле футболка.
Башҡарма властың башҡа федераль органдарына (Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре) хеҙмәт итергә саҡырылыусыларға иһә элекке форма.
Быйыл 1 октябрҙән 31 декабргә ҡәҙәр 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге 147 100 Рәсәй гражданы хеҙмәткә саҡырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика