11:32 (UTC+5), 24 Сентября 2015

Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.
«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле мосолмандар!
Ысын күңелдән һеҙҙе Изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!
Күңелдәр бөгөн саф, асыҡ, нурлы. Яҡындар менән был матур мәсеткә байрам намаҙына йыйылдыҡ. Был изге байрамды һәр мосолман һағынып көтөп ала. Уны беҙ хаж ҡылып, доға уҡып, яҡты теләктәр, яҡшы эштәр менән ҡаршы алабыҙ.
Хөрмәтле туғандар!
Беҙҙе уртаҡ уйҙар берләштерә. Көндәр имен-аман торһон. Тыуған еребеҙ сәскә атһын. Халыҡтар дуҫ-татыу йәшәһен. Балалар иманлы үҫһен.
Һеҙҙе байрам менән ихлас ҡотлайым! Яҡындарыбыҙ иҫән, бәхетле булһын! Таҙалыҡ, уңыштар, именлек теләйем һеҙгә! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!», - тиелә ҡотлауҙа.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика