10:54 (UTC+5), 17 Сентября 2015

Баш ҡалала республика Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырышы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырышы асылды. Депутаттар 40-ҡа яҡын закон проектын ҡарай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов республикалағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
Халыҡ һайланыусылары «Башҡортостан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында», «Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекттары өҫтөндә эшләүҙе тамамларға тейеш.
«Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында», «Башҡортостан Республикаһында дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында», «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ваҡлап һатыу баҙарҙарын ойоштороу тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары закон сығарыусылар иғтибарына тәүгә тәҡдим ителде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика