11:21 (UTC+5), 15 Сентября 2015

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡытай Халыҡ Республикаһына юлланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү сиктәрендә 15 сентябрҙән 26-на тиклем Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаментында.
Делегация составына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов етәкселегендәге республика Хөкүмәте ағзалары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Үҫеш корпорацияһы, «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө, Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре инә.
Сәфәр барышында Хубэй, Сычуань, Ляонин провинцияларында, шулай уҡ Пекин ҡалаһында Башҡортостандың инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәте презентацияларын һәм «ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлығы» исемле беренсе форум үткәреү күҙаллана. Эш программаһында провинцияларҙың халыҡ хөкүмәттәре етәкселеге һәм эшлекле даирә вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған.
Башҡортостан делегацияһының рәсми визиты Евразия иҡтисади форумында һәм Сиань ҡалаһында ШОС илдәре тауарҙары күргәҙмәһендә ҡатнашыу менән тамамланасаҡ. Рәсәй экспозицияһы сиктәрендә ойошторолған Башҡортостан майҙансығында инвестиция, иҡтисади, сәнәғәт ҡеүәте күрһәтеләсәк.
«Башҡортостан менән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре араһында төбәк-ара сәйәси һәм эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү — республика Хөкүмәте эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәребеҙ барышында провинцияларҙың халыҡ хөкүмәттәре һәм ҙур бизнес вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡбыҙ», — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика