05:09 (UTC+5), 04 Сентября 2015

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 3 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 45 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.
2014 йылда республика Башлығының сифат өлкәһендәге премияһы лауреаттары булған предприятие һәм ойошмаларҙың коллективтарына ла наградалар бирелде.
– Бүләккә һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә лайыҡ булдығыҙ. Һеҙ республикабыҙға ҙур файҙа килтерәһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәттәштәребеҙҙең бер өлөшө ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерләнеү ваҡытында яҡшы эшләгәне, саммиттарҙы үткәреүҙә ҡатнашҡаны өсөн бүләкләнә. Икенселәргә наградалар әүҙем һәм яҡшы хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн тапшырыла. Ҡотлайым! Киләсәктә лә һеҙгә барыһы ла һәйбәт булыуын теләйем. Артабан да башҡаларға өлгө булығыҙ!
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика