Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:48 (UTC+5), 01 Сентября 2015

Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 31 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим аспекттарына арналған кәңәшмә булды. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ федераль власть органдары вәкилдәре һәм ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Быйыл Башҡортостанда төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Атап әйткәндә, ағымдағы йылдың ғинуар-майында уртаса айлыҡ эш хаҡы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа артҡан һәм 24 716 һум 90 тин тәшкил иткән. Тәүге ярты йыллыҡта сәнәғәт етештереү индексы 100,3 процент тәшкил иткән, төп капиталға инвестициялар күләме 114,9 миллиард һумға еткән (үҫеш 17,4 процент). Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, инвестицияларҙың ыңғай динамикаһы ҡайһы бер ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлауға бәйле. Улар араһында Өфөләге позитрон-эмиссия томография үҙәге, «Әсә һәм бала» клиник дауаханаһы, «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексы бар.
Кәңәшмәлә шулай уҡ заманса иҡтисади шарттарҙа төбәктең сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика