12:42 (UTC+5), 20 Июля 2015

Муниципаль депутаттарға кандидаттар араһында ир-егеттәр 59 процент тәшкил итә — Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына кандидаттарҙың 59 проценты (9201) — ир-егеттәр. Депутат мандаты өсөн көрәшергә әҙер гүзәл заттарҙың һаны 6395 тәшкил итә. Күрһәтелгән кандидаттарҙың составын Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тапшырҙы. Республиканың барлыҡ 53 районында ла урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Бөтәһе 15596 кеше документ биргән.
Дәғүәселәрҙең күбеһе 40-49 йәштә — 5344 (34,27 процент). 50-59 йәшлектәр ҙур әүҙемлек күрһәтә — 4920 (31,55 процент). 30 йәше тулмаған 1224 кандидат (7,85 процент) депутатлыҡҡа дәғүә итә. Кандидаттарҙың алты проценттан ашыуы 60 йәштән өлкән. 30-39 йәшлек дәғүәселәр 20,29 процент тәшкил итә.
2015 йылдың 13 сентябрендә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — Башҡортостандың 53 районында (Белорет районынан тыш) урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙғарыла. Ике ҡала биләмәһе Советтарына (Бәләбәй районының Приютово һәм Шишмә районының Шишмә ҡасаба Советтары) депутаттар һәм 775 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика