Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Июль 2015, 11:29

Рөстәм Хәмитов журналистарға Өфөлә уҙған саммит йомғаҡтары хаҡында һөйләне

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева, Әлим Фәйезов/. Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына йомғаҡ яһаны. Баш ҡалала үткән саммиттарға ил етәкселеге юғары баһа бирҙе, тип хәбәр итте республика Башлығы. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ҡайтыр алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин республика халҡына рәхмәт белдергән. «Был беҙҙең өсөн иң яҡшы баһа», — тине төбәк Башлығы. Ул Конгресс-холл, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты һәм башҡа объекттар төҙөүҙе финанслау хаҡында һөйләне. Отелдәр төҙөүгә генә 11,5 миллиард һум шәхси инвестициялар йәлеп ителгән, тине Рөстәм Хәмитов. Конгресс-холл быйыл көҙ һәм 2016 йылда республикала үтәсәк халыҡ-ара сараларҙы ҡабул итергә әҙер. Ошо бинала саммиттар уҙған урындар буйлап экскурсиялар ойоштороласаҡ, тип билдәләне республика Башлығы. Уның әйтеүенсә, саммит уҙғарылған көндәрҙә Өфөгә бөтәһе 10,5 мең ҡунаҡ килгән.
Быйыл Рөстәм Хәмитовтың ошо яуаплы дәүләт вазифаһын биләүенә биш йыл тула. Ул Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыуҙы ошо йылдарҙағы төп ҡаҙаныш тип атаны. Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, ул үҙ ваҡытында саммиттарҙы Өфөлә үткәрергә тәҡдим иткән. Федераль кимәлдәге чиновниктарҙың күбеһе быға ҡаршы булһа ла, Рәсәй Президенты Владимир Путин ышаныс белдергән.
Рөстәм Хәмитов дәүләткә «Башнефть» компанияһын кире ҡайтарыуҙы төбәк Башлығы вазифаһында эшләү осорондағы тағы ла бер мөһим ҡаҙаныш тип иҫәпләй. «Акциялар пакетын дәүләткә кире ҡайтарыу — Рәсәйҙә һирәк күренеш. Был тәҡдимде хуплағаны өсөн Владимир Владимирович Путинға рәхмәт белдерәм», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Башҡортостанға бүленәсәк яҡынса биш миллиард һум күләмендәге дивидендтар социаль эштәргә йүнәлтеләсәк, тип иҫкә төшөрҙө ул.
Затон күперенең икенсе сиратын төҙөү тураһында һорауға яуап биреп, Рөстәм Хәмитов, был проект федераль бюджеттан финансланмаясаҡ, әммә күпер 2016 йылдың көҙөндә республика аҡсаһына сафҡа индереләсәк, тип хәбәр итте.
Республика Башлығы Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын уңышлы ойошторғандан һуң икенсе эш урыны тәҡдим итһәләр ҙә вазифаһынан ваҡытынан алда китергә йыйынмауы хаҡында белдерҙе.
Сәғәт ярым дауам иткән матбуғат конференцияһында республика етәксеһенә 20-гә яҡын һорау бирелде.
Матбуғат конференцияһының тулы стенограммаһы менән республика Башлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: