07:32 (UTC+5), 09 Июля 2015

Өфөлә БРИКС саммитының төп саралары башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн Өфөлә саммиттарҙың төп саралары, шул иҫәптән БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре һәм Эшлекле совет менән осрашыуҙар ҡаралған. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, саммиттың программаһы аҙ һәм күп кеше ҡатнашлығындағы ике сессияны күҙ уңында тота. Тәүгеһендә дәүләт башлыҡтары мөһим донъяуи мәсьәләләр, шул иҫәптән Украиналағы, Грециялағы хәлдәр һәм «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнә ҡаршы көрәш буйынса фекер алышырға ниәтләй.
Һөйләшеүҙәр барышында биш илдең лидерҙары сәнәғәт, технологик һәм финанс кооперацияһын киңәйтеү мөмкинлектәрен, Яңы Үҫеш банкын һәм БРИКС-тың Валюталар резервы берекмәһен сафҡа индереү буйынса эште тикшерәсәк.
Киңәйтелгән ултырыш берлектәге документтарға, шул иҫәптән Өфө декларацияһына һәм Эшмәкәрлек планына ҡул ҡуйыу тантанаһы менән тамамланасаҡ. Декларацияла донъяла барған сәйәси һәм иҡтисади хәлдәргә баһа биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика