ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ, тип хәбәр ителә Рәсәй Президентының рәсми
сайтында. 2015 йылдың 8-10 июлендә Өфөлә БРИКС һәм ШОС саммиттары үтә, уның эшендә рәйеслек итеүсе ил башлығы сифатында Владимир Путин ҡатнаша.