09:43 (UTC+5), 07 Июль 2015

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ инвестициялар буйынса тәүге ун төбәк иҫәбендә»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Рөстәм Хәмитов «Ведомости» гәзитенә интервью бирҙе. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, «беҙҙең төбәк яҡшылар иҫәбендә: бурыс күп түгел — бюджеттың 24 проценты, тәүге биш айҙа һалым керемдәре артҡан — 7-8 процентҡа графиктан алда барабыҙ, беренсе кварталда инвестициялар 9 процентҡа үҫкән. Әлбиттә, бындай күрһәткестәр яҡшы, әммә әүҙемерәк үҫешергә ирек бирмәй».
Саммиттарға әҙерлек өсөн сығымдар тейешле күләмдә бүленде, тип ышана Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, «республика — 2 миллиард самаһы, Федерация аэродромды реконструкциялауға шунса уҡ сумма, эшҡыуарҙар ете отелде төҙөү өсөн 11 миллиардҡа яҡын аҡса йүнәлтте. Эштәрҙең күбеһе планға ярашлы башҡарылды. Дәүләт башлыҡтарының осрашыуы уҙасаҡ Конгресс-холды былай ҙа төҙөкләндерергә теләгәйнек, сөнки ул күп осраҡта буш тора ине. Хәҙер был бинала төрлө кимәлдәге саралар үткәрергә мөмкин. Шулай уҡ беҙ юлдарҙы яңырттыҡ, фасадтарҙы һәм биналарҙы ремонтланыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, уй-ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ». «Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, беҙ үҙебеҙ хаҡында белдерҙек, шуға күрә һөҙөмтәләр ҙә яҡшы — инвестициялар буйынса тәүге ун төбәк иҫәбендә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика