11:03 (UTC+5), 06 Июля 2015

Башҡортостанда ауыл советтарына депутатлыҡҡа 2223 кандидат теркәлгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың ауыл биләмәһе Советтарына депутатлыҡҡа 2223 кандидат күрһәтелгән. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге бөгөн иртәнге сәғәт 8-гә мәғлүмәттәр бирҙе.
2015 йылдың 13 сентябрендә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — Башҡортостанда 53 районда (Белорет районынан тыш) урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙғарыла. Ике ҡала биләмәһе Советтарына (Бәләбәй районының Приютово һәм Шишмә районының Шишмә ҡасаба Советтары) депутаттар һәм 775 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау планлаштырыла.
Һайлауҙарҙа ете меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Ошо һайлауҙарҙы муниципаль райондарҙың территориаль һайлау комиссиялары ойоштора. Уларға тейешле муниципаль берәмектәрҙең һайлау комиссияһы вәкәләттәре йөкмәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика