07:22 (UTC+5), 25 Июня 2015

Республика парламентарийҙары пленар ултырышта 32 закон проектын ҡарай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы асылды. Депутаттар яҙғы сессиялағы һуңғы ултырыштың көн тәртибен раҫланы, уға 60-ҡа яҡын мәсьәлә индерелде. Шуларҙың 32-һе — республика закондары проекты. 24 закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителгән.
«Башҡортостан Республикаһында этил спиртын, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан проект закон статусын аласаҡ. Республикала аҙ алкоголле, тонус күтәрә торған эсемлектәрҙе һатыуҙы тулыһынса тыйыу күҙ уңында тотола. Сөнки был эсемлектәрҙе йәштәр, атап әйткәндә, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр эсә.
«Башҡортостан Республикаһында халыҡ дружиналары тураһында» закон проекты ла өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән. Документ «Граждандарҙың йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуы тураһында»ғы Федераль законға нигеҙләнеп әҙерләнә. Проект Республика халыҡ дружиналары штабын ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ халыҡ дружинасыларына социаль гарантиялар булдырыу ҙа ҡарала.
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатының статусы тураһында»ғы законға үҙгәрештәр йәмәғәт башланғысындағы эште башҡарыусы ярҙамсыларҙың һанын биштән ете кешегә тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Еңел такси кузовының төҫтәр гаммаһын күбәйтеүсе республика законы проекты өҫтөндәге эш тамамланасаҡ.
Закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр 15 закон проекты тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика