05:56 (UTC+5), 23 Июня 2015

Рөстәм Хәмитов: «Башнефть» акциялар пакетын Башҡортостан милкенә тапшырыу – республикабыҙ өсөн тарихи ваҡиға

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Башнефть» компанияһының 25 процент плюс бер акцияһын Башҡортостан милкенә тапшырыу – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һәм яңы финанс мөмкинлектәрен алыу йәһәтенән республика өсөн тарихи ваҡиға. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указға аңлатма бирҙе.
Республика Башлығы, Башҡортостанға тапшырылған акциялар пакетының хаҡы 90 миллиард һум самаһы тәшкил итә, тип билдәләне.
– Акцияларҙың бөгөнгө хаҡы юғары түгел. Уларҙың хаҡы артҡан осраҡта Башҡортостан пакетының хаҡы ла күтәреләсәк. «Башнефть» компанияһы үҫешергә, үҙенең акционерҙарына табыш килтерергә тейеш. Республика шунан сығып ошо пакет – 25 процент плюс бер акция – менән идара итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе фекеренсә, «Башнефть» акциялар пакетын алыу төбәк өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
– Беҙ төрлө социаль бурыстарҙы хәл итеүгә күберәк аҡса йүнәлтә аласаҡбыҙ. Был нефть табылған биләмәләрҙе (мин республикабыҙҙы күҙ уңында тотам), социаль именлекте үҫтереүгә бәйле. Был мәҙәниәтте, фәнде, мәғарифты, спортты үҫтереү мәсьәләләренә ҡағыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөнгө көндә республика алдында торған төрлө эштәр һәм бурыстар. Рәсәй Президентының Указы республикаға ҙур объекттарҙы финанслау һәм социаль бурыстарҙы хәл итеү мөмкинлеге бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.
Башҡортостан етәксеһе 2014 йылғы дивидендтарҙы файҙаланыу буйынса уй-ниәттәре менән уртаҡлашты.
– Компания дивидендтарының суммаһы яҡынса 20 миллиард һум тәшкил итәсәге хаҡында иғлан ителгәйне. Уның сирек өлөшө 5 миллиард һум буласаҡ. Ошо аҡсаларҙың күбеһе мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, юлдар һалыу, һыу үткәргестәр төҙөү өсөн тотоноласаҡ. Күпмелер өлөшө спорт командаларына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдә эшмәкәрлек алып бара. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә нефть табыу буйынса алтынсы (17,8 миллион тонна) һәм уны беренсел эшкәртеү буйынса дүртенсе урынды (21,7 миллион тонна) биләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика