Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Июнь 2015, 10:40

Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 17 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, шулай уҡ хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстары булған ойошма етәкселәре ҡатнашты.
– Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа был тема бик киҫкен тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисадтың реаль секторында хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар арта. Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәргән айлыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, 1 майға 100 урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаларында 10 мең самаһы хеҙмәткәрҙәр алдындағы эш хаҡы буйынса бурыс 400 миллион һумға тиерлек еткән, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ауыл хужалығында, ағас әҙерләү, эшкәртеүсе производстволарҙа эш хаҡы тотҡарлана.
Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина 2015 йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса граждандарға хеҙмәт хаҡын түләү хоҡуҡтарын үтәү өлкәһендә законлылыҡтың торошо тураһында һөйләне. Бөтә предприятиелар ҙа статистик күҙәтеүгә эләкмәй, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, конкурс тәртибе индерелгән 100-ҙән ашыу ойошма был исемлектә тормай. Уларҙа хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурыс 250 миллион һумдан ашып китә. Республика Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе фекеренсә, хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу факттарын асыҡлау өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары менән профилле министрлыҡ һәм ведомстволарҙың көс һалыуы, шулай уҡ ведомтво-ара үҙ-ара килешеп эш итеүҙе көсәйтеү һәм муниципаль властар тарафынан ныҡлы контроль талап ителә.
Кәңәшмә барышында Октябрьский ҡалаһындағы ике предприятиела килеп тыуған хәл тикшерелде. Мәҫәлән, автотранспорт өсөн электр ҡорамалдары етештергән «Автоприбор» сәнәғәт компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең хеҙмәткәрҙәренә 20 миллион һумдан ашыу бурысы бар. Халыҡ өс айҙан артыҡ хеҙмәт хаҡы алмай. Предприятиеның генераль директоры Сергей Знаменщиков был ҡатмарлы финанс шарттарына бәйле тип аңлатты.
«Системнефтегаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә дүрт ай эсендә барлыҡҡа килгән эш хаҡы буйынса бурыс 13 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Компанияның генераль директоры Евгений Прохоров ошо хәлде блок-модуль ҡорамалдарына заказ биреүселәрҙең түләмәүенә бәйләй.
Республика Башлығы предприятие етәкселәренә тиҙ арала хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләргә ҡушты.
Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
Читайте нас: