14:06 (UTC+5), 11 Июня 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, транспорт, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек индустрияһы, элемтә, социаль өлкә, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, мәҙәниәт һәм сәнғәт, мәғариф һәм фән, физкультура һәм спорт, киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 43 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.
– Рәсәй көнө алдынан барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Һеҙ һоҡланғыс хеҙмәтегеҙ менән йәмғиәт, ил, республика, үҙегеҙ эшләгән коллективтың уңышлы үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәт, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланды.
Республика Башлығы республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлеге хаҡында ла һөйләне.
– Һуңғы бер нисә көндә мәғлүмәт агентлыҡтары, гәзиттәр, телевизион каналдар миңә «Беҙ әҙерме? Әҙерлек буйынса эштәр нисек бара?» тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Мин күптәнән бирле әйтәм: Өфө һәм республика Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының саммитын үткәрергә әҙер, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, саммиттарға әҙерлек республика халҡының ҙур мөмкинлектәрен күрһәтте.
– Беҙ эшләй беләбеҙ. Ошо эшмәкәрлекте һәр ваҡытта ла тейешенсә ойоштормау – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Уңыштың сере бик ябай: хеҙмәт урынында, бөтәһе лә һиңә бәйле булырлыҡ итеп эшләү. Әлбиттә, дәүләт һәм власть ярҙам күрһәтергә, яҡшы эшләү өсөн шарттар булдырырға тейеш. Ләкин хеҙмәттең һөҙөмтәһен тәү сиратта кеше үҙе билдәләй, – тине Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика