Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Июнь 2015, 12:28

Рөстәм Хәмитов демография сәйәсәте мәсьәләләре буйынса видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты

Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 июндә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Демография сәйәсәте концепцияһын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры билдәләүенсә, илдә ҡайһы бер кире күренештәр бөтөрөлдө.
– 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә, былтыр ул 30 мең самаһы кеше тәшкил итте. Шулай уҡ ғүмер оҙайлығы ла артты, хәҙер ул 71 йәш. Был бик әһәмиәтле үҙгәрештәр, – тине Дмитрий Медведев.
Шуның менән бергә демография мәсьәләләрендә хәүефле тенденциялар ҙа барлыҡҡа килә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт башлығы.
– Былтыр үлем осраҡтары күбәйә төшкән. Ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында был күрһәткес 3,7 процентҡа артҡан... Эпидемик, социаль проблемалар ҙа, медицина факторҙары ла бар. Быларҙың барыһын да асыҡларға кәрәк, – тип белдерҙе Дмитрий Медведев. – Бер үк ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә тыуым кәмей.
Премьер-министр һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә табиптарҙың абруйы ҙур, тимәк, артабан да Хөкүмәт уларға ярҙам итеү өсөн саралар күрәсәк, шул иҫәптән хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса ла.
2015 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда халыҡ һаны яҡынса 4 миллион 72 мең кеше тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 2 289 кешегә күберәк. Былтыр республикала 60 239 сабый донъяға килгән, был 2013 йылға ҡарағанда 1,65 процентҡа юғары. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында тыуым коэффициенты (1 000 кешегә 14,8) буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй.
Былтыр республикала 53 509 кеше вафат булған, был 2013 йыл менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа күберәк. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында үлем коэффициенты буйынса төбәк өсөнсө урында. Үлемдең төп сәбәптәре – ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (41,8 процент), яман шештәр (11,7 процент), имгәнеүҙәр, ағыуланыуҙар (11,2 процент).
Читайте нас: