08:02 (UTC+5), 05 Июня 2015

Рәсәйҙә йәшәү минимумы 9662 һум күләмендә билдәләнгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йылдың I кварталында Рәсәйҙәге йәшәү минимумы дәүмәле айына 9662 һум күләмендә билдәләнгән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 10 404 һум, пенсионерҙар өсөн – 7916, балалар өсөн 9489 һумға тиң. Тейешле Ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.
2014 йылдың IV кварталы менән сағыштырғанда, 2015 йылдың I кварталында эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләме 17,1 процентҡа, пенсионерҙар өсөн — 16,7, балалар өсөн 20,1 процентҡа артҡан.
Йәшәү минимумын билдәләү социаль сәйәсәт һәм федераль социаль программаларҙы әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда ил халҡының тормош кимәлен баһалау, федераль кимәлдә билдәләнеүсе хеҙмәт хаҡы, стипендия, пособие һәм башҡа социаль түләүҙәрҙең минималь күләмен нигеҙләү, шулай уҡ федераль бюджетты булдырыу өсөн кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика