05:37 (UTC+5), 28 Май 2015

Рөстәм Хәмитов Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Николай Янаки менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Николай Янаки менән осрашты. Яҡтар Ҡырымдың Белогорск районына матди һәм методик ярҙам буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу барышын һәм 2015 йылда үҙ-ара килешеп эш итеү пландарын тикшерҙе.
– Беҙ берлектәге эште дауам итәбеҙ. Был эшкә формаль рәүештә ҡарамайбыҙ. Быны былтырғы һөҙөмтәләр буйынса аңлағанһығыҙҙыр, моғайын. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам иттек. Быйыл да пландарыбыҙ ҙур. Бер нисә объектты ремонтлаясаҡбыҙ. Бының өсөн ресурстар бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Иң мөһиме – беҙ бергә, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ. Белогорск районын республиканың шефлыҡҡа алынған районы, Башҡортостандың 55-се районы булараҡ ҡабул итәбеҙ.
Осрашыу барышында Николай Янаки менән Рөстәм Хәмитов Ҡырымдың Белогорск районында йәшелсәселекте һәм баҡсасылыҡты үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта йәшелсә һәм емеш-еләк етештереүселәр менән килешеүҙәр төҙөлә. Республика эшҡыуарҙары ла Ҡырымда емеш-еләк үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, әммә ошо маҡсатта ер участкаларын бүлеү мәсьәләһе хәл ителмәгән. Николай Янаки Ҡырым Республикаһының Министрҙар советында ошо проблеманы хәл итеү варианттары әҙерләнә тип хәбәр итте.
Белогорск районына газ үткәреү фекер алышыуҙың төп темаһы булды. Бер нисә ваҡытлыса варианттар бар, ләкин тулыһынса газ үткәреү өсөн күп миллиард һумдар кәрәк, Ҡырым етәкселеге ошо хаҡта «Газпром» менән һөйләшергә тейеш, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Николай Янаки һүҙҙәренсә, Ҡырым Башҡортостандан полиэтилен, ағас, металл изделиелары һәм башҡа сәнәғәт тауарҙарын алыу менән ҡыҙыҡһына. Бөгөнгө көндә Симферополь аэропорты 200 тоннаға тиклем йөк ташыусы самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле.
Яҡтар шулай уҡ Симферополдәге «Фирма Сэлма» электр машиналарын эшләү заводында мотоблоктар етештереүҙе урынлаштырыу барышын тикшерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырым Республикаһына ярҙам итеү буйынса сараларҙы финанслау маҡсатында Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фондында махсус иҫәп асылды. Иҫәпкә төбәк предприятиелары һәм халҡы үҙ теләге менән аҡса күсерҙе. Белогорск районына ярҙам йөҙөнән йыйылған аҡсаның дөйөм күләме 238,6 миллион һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика