14:39 (UTC+5), 28 Мая 2015

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 20-се ултырышы асылды. Халыҡ һайланыусыларының эшен күҙәтеү өсөн Стәрлетамаҡтың белем биреү учреждениелары уҡыусылары килде. Тәнәфестә улар менән республика Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев аралашасаҡ.
Ултырыш Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчеты менән башланды. Парламентарийҙар алдында Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бала хоҡуғын, азатлығын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү һәм яҡлау тураһында доклад менән сығыш яһаясаҡ.
Тәнәфестән һуң депутаттар республика закондары проекттарын ҡараясаҡ. Башҡортостандың 11 закон проектын аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Көн тәртибенә 60-тан ашыу мәсьәлә ҡуйылған. «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡты автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында»ғы республика Законының 15.2-се статьяһына үҙгәрештәр таксиҙың һары кузовына аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе өҫтәүҙе күҙ уңында тота.
Дәүләт Йыйылышының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламентының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарары проекты республика парламенты Рәйесенә һайлаусылар наказы реестры проектын булдырыуҙы ойоштороу буйынса вәкәләттәр бирергә тәҡдим итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика