11:27 (UTC+5), 26 Мая 2015

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы министрының яңы урынбаҫарын тәғәйенләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Юрий Лысовты республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Төбәк Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, ул эшкәртеү сәнәғәте, дәүләт унитар предприятиелары һәм ауыл биләмәләре өсөн яуаплы буласаҡ.
Быға тиклем ошо вазифаны йыл башында үҙ теләге менән эштән киткән Рәфит Йәғәфәров биләне, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Юрий Лысов 1974 йылдың 19 ноябрендә Краснодар крайында тыуған.
1997 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
1997-2001 йылдарҙа — «Башҡортостан икмәк продукттары» дәүләт унитар предприятиеһында технологик ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса инженер.
2001-2004 йылдарҙа — «Өфө икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе.
2004-2011 йылдарҙа — «Өфө икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, етештереү буйынса директор, башҡарма директор.
2011-2012 йылдарҙа — «Урал–Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.
2012 йылдан әлегә тиклем «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика