07:59 (UTC+5), 21 Апрель 2015

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Милли электрон китапхананың төп маҡсаты — илдең виртуаль уҡыу залын булдырыу»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй дәүләт китапханаһында «Китапханалар эше тураһында» закондың Милли электрон китапхана булдырыу өлөшөнә үҙгәрештәр индереү тураһында проект тикшерелде. Кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Хакимиәте, Хөкүмәт, федераль министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, илдәге һәм төбәктәрҙәге төп китапхана етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары һәм «Рәсәй китапханалары» партия проекты етәкселәренең береһе Зөһрә Рәхмәтуллина алып барҙы.
Милли электрон китапхана булдырыу 2004 йылда Рәсәй дәүләт китапханаһы башланғысы буйынса башлана. Проекттың төп маҡсаты — ҡулланыусыларға интернет аша илдәге китапханаларҙың электрон фондына ирекле һәм бушлай инеүҙе тәьмин иткән милли әһәмиәттәге мәғлүмәт-китапхана системаһын булдырыу. Бөгөнгө көндә Милли электрон китапхананың эшләүе өсөн билдәләнгән норматив база, положение бар. Баҫмаларҙың 1,6 миллион электрон күсермәһе булған фондҡа инеү өсөн 581 виртуаль уҡыу залы тоташтырылған. Әммә илдә Милли электрон китапхананы рәсмиләштереү буйынса закон юҡ.
— Тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекты Милли электрон китапхананың статусын, ресурстарын барлыҡҡа килтереү принциптарын билдәләй, башҡарма власть органы вәкәләттәре мөһим һәм бик ваҡытлы, — тип иҫәпләй Зөһрә Рәхмәтуллина. — Милли электрон китапхананың төп маҡсаты — илдең ҙур виртуаль уҡыу залын булдырыу.
Әлеге көндә проектта алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы ҡатнаша. Башҡортостандың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ла тәүгеләрҙән булып ошо системаға ҡушылды. Яҡын арала Милли электрон китапхана Рәсәйҙәге 1000-гә китапхананы селтәргә тоташтырырға ниәтләй.
Бөгөн Башҡортостанда 1700-гә яҡын, шул иҫәптән заманса талаптарға яуап биргән 265 моделле китапхана бар.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика