06:45 (UTC+5), 17 Апреля 2015

Республикаға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 апрелдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Башҡортостанда Николай Федоров төбәктә һөт малсылығын үҫтереүгә арналған эш кәңәшмәһен үткәрә. Унда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, республика ведомстволары, тармаҡ союздары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнаша.
Николай Федоров шулай уҡ республиканың бер нисә агросәнәғәт объекттарында, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» тоҡом малы хужалығында, Өфө районының «Цюрупа исемендәге агрофирма»ла һәм «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында буласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика