09:37 (UTC+5), 16 Апреля 2015

Владимир Путин тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап бирә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Йыл һайын уҙғарыла торған «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы башланды. Дәүләт башлығы «Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанциялары эфирында рәсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Аралашыу башланған саҡта Рәсәй Президентына 2 миллион 346 меңдән ашыу һорау ебәрелгән.
Рәсәй Президентына һорауҙы студияға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, тура бәйләнеш ваҡытында, Рәсәй ҡалаларынан шылтыратҡан йәки берҙәм эшкәртеү үҙәгенә SMS-хәбәрҙәр, шулай уҡ ҡыҫҡа видеояҙма ебәргән граждандар бирергә мөмкин. Программаның сайтына инеүселәр ҙә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса Рәсәй Президентының фекере менән ҡыҙыҡһына ала.
Һорауҙар аҙна дауамында тупланды. Тура эфир ваҡытында Владимир Путинға берҙәм эшкәртеү үҙәгенә һәм сайтҡа килгән ҡыҙыҡлы һәм мөһим һорауҙар биреләсәк.
8-800-200-40-40 телефоны буйынса илдең теләһә ҡайһы нөктәһенән тура эфирға шылтыратырға була. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай.
Интернет аша һорауҙы www.moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф адрестары буйынса ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, Президентҡа ҡыҫҡа видеомөрәжәғәт йәки мобиль ҡоролмалар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итергә була.
04040 һандарына SMS һәм MMS-хәбәрҙәр Рәсәй элемтә операторҙары телефондарынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорау рус телендә яҙылған һәм күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика