07:55 (UTC+5), 06 Апреля 2015

Сергей Железняк алкоголизмды һәм наркоманияны иҫкәртеү буйынса Дәүләт Думаһының фракция-ара депутаттар төркөмө ултырышын үткәрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 4 апрелдә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Рәсәй Дәүләт Думаһының фракция-ара депутаттар төркөмөнөң наркоманияны, ВИЧ-инфекцияны һәм башҡа социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм комплекслы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса 16-сы күсмә ултырышы уҙҙы. Фекер алышыуҙың темаһы – Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә наркоманияны һәм алкоголизмды комплекслы иҫкәртеү системаһын булдырыу, төбәк тәжрибәһе.
Ултырыш Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары рәйеслегендә үтте. Уның эшендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре һәм вәкилдәре, эксперттар ҡатнашты.
Закон сығарыусылар ғәмәлдәге ҡануниәттең наркоманияны һәм алкоголизмды иҫкәртеү өлөшөнә анализ яһаны, ғәмәлдәге закон сығарыу нормаларын Рәсәй субъекттарында ҡулланыу практикаһы мониторингы йомғаҡтарын ҡараны. Депутаттар ил төбәктәрендә алып барылған эштең һөҙөмтәлелеген баһаланы, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Ултырышта ҡатнашыусылар наркоманияны һәм алкоголизмды иҫкәртеү мәсьәләләрен көйләүсе федераль документ әҙерләү кәрәк тигән һығымтаға килде.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев наркоманияның һәм алкоголизмдың халыҡ араһында таралыу проблемаһы социаль бәләгә әүерелде һәм Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс менән янай тип билдәләне.
Республика парламенты рәйесе Башҡортостандың алкоголизмды һәм наркоманияны иҫкәртеүҙә хоҡуҡи көйләү тәжрибәһе, Дәүләт Йыйылышының федераль закон сығарыуҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика