07:10 (UTC+5), 31 Марта 2015

9 апрелдә Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» өсөн һорауҙар ҡабул ителә башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты менән «тура бәйләнеш» 16 апрелдә була. Владимир Путинға һорауҙарҙы 9 апрелдән бирә башларға мөмкин. Тапшырыуға бер аҙна ҡалғас, махсус үҙәктәр һәм сайт асыла, тип хәбәр итә ТАСС мәғлүмәт агентлығы «Известия» гәзитенә һылтанып. Дәүләт башлығына һорауҙар махсус номерға бушлай шылтыратыу, бушлай SMS, йәки интернет аша ҡабул ителә. Кремлдә билдәләүҙәренсә, бөтә Рәсәйҙән, хатта башҡа илдәрҙән дә мөрәжәғәттәр көтәләр.
«Тура бәйләнеш» алдынан мутлашыусылар ҙа табылған: улар телетапшырыуҙың ялған сайтын булдырып, бер һорау өсөн граждандарҙан 50 һум талап иткән. Был юлы ла мутлашыусыларҙың әүҙемләшеүе көтөлә.
Быйыл Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» бер нисә телеканал һәм радиостанциялары аша тапшырыла. Дәүләт башлығының тура эфирҙа тәүге аралашыуы 2001 йылдың 24 декабрендә ойошторолдо. Ул ваҡытта Президент Рәсәй граждандарының 47 һорауына яуап бирҙе, тапшырыу 2 сәғәт 20 минут буйына барҙы. 2014 йылдағы тура эфир ваҡытында дәүләт башлығы 81 һорауға яуап бирҙе, программа 3 сәғәт 54 минут дауам итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика