12:09 (UTC+5), 27 Марта 2015

Владимир Путин Өфөлә үтәсәк саммиттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте коллегияһы ултырышында Рәсәй Президенты быйыл илдә үтәсәк халыҡ-ара сараларҙың хәүефһеҙлек кимәлен юғары кимәлдә тәьмин итергә ҡушты. Дәүләт башлығы 2015 йылға өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.
— Тәү сиратта мин Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүҙе һәм Өфөлә үтәсәк БРИКС һәм ШОС саммиттарын күҙ уңында тотам, — тип билдәләне Владимир Путин.
Дәүләт башлығы бигерәк тә йәштәр, мигранттар араһында терроризмды, радикализмды һәм эсктремизмды иҫкәртеү буйынса сараларҙы көсәйтергә, ошо эшкә абруйлы йәмәғәт һәм дини берләшмәләрҙе әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС һәм ШОС саммиттары Өфөлә 8-10 июлдә үткәрелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика