Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.47
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Март 2015, 16:46

Ғафуан Шәйхетдинов Иглин районы башлығы итеп тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 27 мартта Иглин районы Советы Ғафуан Шәйхетдиновты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Ғафуан Шәйхетдинов 1962 йылдың 7 сентябрендә Нуриман районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ-дың Иглин район комитетында, йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире, Иглин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралыҡ кәңәшсеһе булып эшләгән.
2010 йылдың октябренән хәҙерге көнгә тиклем Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән.
Читайте нас: