11:53 (UTC+5), 26 Марта 2015

1 апрелдән социаль пенсияның уртаса күләме 777 һумға арта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 апрелдән Рәсәйҙә социаль пенсияларҙың күләме арта. Рәсәй Хөкүмәте 1,103 күләмендәге индексациялау коэффициентын раҫланы. Был 3,7 миллион кешегә, шул иҫәптән социаль пенсия алыусы 3 миллион пенсионерға ҡағыла.
1 апрелдән социаль пенсияның уртаса күләме 777 һумға, инвалид балаларҙың социаль пенсияһы — 1069, хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары — 1095, хәрбиҙәрҙең ҡараусыһыҙ ҡалған ғаиләләренә пенсиялар 924 һумға арта.
Хәрби бәрелештәрҙә йәрәхәт алған инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың (ике төрлө пенсия алыусыларҙың) пенсияһы 1248 һәм 1193 һумға артыуы көтөлә.
«Рәсәй Федерацияһы алдындағы айырыуса ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандарына айлыҡ өҫтәмә матди тәьминәт тураһында» Федераль законға ярашлы билдәләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме 1482 һумға арта.
2015 йылдың 1 апреленән пенсияларҙың һәм башҡа социаль түләүҙәрҙең күләмен индексациялау сығымдары йыл аҙағына тиклем 28,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика