12:18 (UTC+5), 24 Марта 2015

Ветерандар Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы пособие һәм йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғын аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөтә ветерандар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләү, шулай уҡ 3 майҙан 12-нә тиклем йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғын аласаҡ. Тейешле ҡарарға Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған, тип хәбәр ителә «Российская газета» баҫмаһының бөгөнгө һанында. Министрҙар кабинеты башлығы Рәсәйҙә, шулай уҡ Литвала, Латвияла һәм Эстонияла даими йәшәүсе ветерандар өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тәртибен билдәләне. Уларҙың һаны — 2,5 миллион кеше.
Һуғышта ҡатнашыусыларға, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындарына, ирҙәренә, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына, һуғыш йылдарындағы оборона предприятиелары эшселәренә, һуғыш йылдарында армияға ебәрелгән журналистарға, «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдары һәм «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәргә ете мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Элеке концлагерь тотҡондары өс мең һум аласаҡ. Шундай уҡ сумма һуғыш йылдарында алты айҙан дә кәмерәк эшләмәгән тыл эшсәндәренә, шулай уҡ һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгән кешеләргә лә бирелергә тейеш. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итте Дмитрий Медведев.
3 майҙан 12-нә тиклем ветерандар тимер юлы, һауа, йылға, диңгеҙ һәм автомобиль транспорттарында бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика