05:18 (UTC+5), 04 Марта 2015

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары семинарында сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 3 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының «Муниципаль идара итеү: уның һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдары, алымдары һәм технологиялары» семинарында телмәр тотто. Өс көн дауамында муниципалитет етәкселәре алдында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары, саҡырылған эксперттар сығыш яһаясаҡ. Көн тәртибендә – биләмәләрҙең социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси үҫешенең мөһим мәсьәләләре.
Республикалағы иҡтисади хәл тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы ғинуар айында сәнәғәт етештереүе күләме 2014 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3,9 процентҡа артыуға ҡарамаҫтан, бюджетҡа һалым һәм һалым булмаған керемдәр былтырғы күрһәткестәргә ҡарата 10 процентҡа кәмегән тип билдәләне.
– Үткән йылда ике ай эсендә бюджетҡа 10,5 миллиард һум ингән, быйыл – 9,5 миллиард һум, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.
Иҡтисадтағы кире күренештәргә ҡаршы тороу өсөн республика Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы планы әҙерләнгән. Шуның менән бергә Рөстәм Хәмитов көрсөктән сығыу буйынса ойошторолған эштә муниципаль властарҙың мөһим ролен билдәләне.
– Муниципалитеттар халыҡҡа иң яҡын торған власть структураһы булараҡ ошо көрсөк шарттарынан сығыу юлдарын таба алыр ине, – тине Башҡортостан Башлығы. – Көрсөктө үткәреү кешеләрҙең кәйефен күтәреүгә, һәр ышанып тапшырылған участкала эште ни дәрәжәлә ойоштороуыбыҙға бәйле. Халыҡ менән эшләргә кәрәк. Кешеләрҙең власҡа ышанысы булыуы зарур.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, урындағы властар кешеләрҙең проблемаларына һәм үтенестәренә битарафлыҡ күрһәтмәйенсә, халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итергә тейеш.
Төбәк етәксеһе һуңғы йылдарҙа Башҡортостан бөтә йүнәлештәр буйынса ла – сәнәғәт етештереүе индексынан алып демографик күрһәткестәргә тиклем тотороҡло үҫеш күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Был һуңғы йылдарҙа йәмғиәт эсендә эште яйға һалыуыбыҙға бәйле. Беҙҙә эске ҙур конфликт һәм ҡаршылыҡтар юҡ. Эштә үҙебеҙҙе ышаныслы, тыныс тоябыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бурысыбыҙ – йәмғиәттә тотороҡло үҫеште һаҡлап ҡалыу. Был бик мөһим.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика