12:52 (UTC+5), 04 Март 2015

Бишкәктә Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашыу үткәрҙе

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 мартта Бишкәктә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашты. Унда сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Ҡырғыҙстан-Рәсәй хөкүмәт-ара комиссияһының рәйестәше Андрей Бельянинов һәм Ҡырғыҙстан Республикаһында Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу сиктәрендә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһына килгән Башҡортостандың рәсми делегация ағзалары ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡтар иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
— Рәсәй Федерацияһы илебеҙ өсөн стратегик партнер булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Джоомарт Оторбаев. — Беҙ ошо стратегик йүнәлештә Рәсәй төбәктәре менән бәйләнеш булдырыуға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Башҡортостан үҙ-ара килешеп эш итеү өсөн бик мөһим. Телебеҙ, динебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ уртаҡ. Башҡортостан — динамикалы инновациялы иҡтисады булған ҡеүәтле төбәк. Һеҙҙең менән берлектә эш алып барырға теләйбеҙ.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан менән Башҡортостан араһында бәйләнеш нығый бара тип билдәләне.
— Алдыбыҙҙа башҡараһы эштәр байтаҡ. Беҙ аграр өлкәлә үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға, республикаға Ҡырғыҙстандан продукциялар килтерергә кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Химия, нефть химияһы тармағындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу зарур. Ҡырғыҙстанда йәки Башҡортостанда берлектәге предприятиелар булдырыу талап ителә. Ҡыҙыҡлы проекттарыбыҙ бар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — 2015 йылда һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейешбеҙ.
2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы тауар әйләнеше 132,2 миллион доллар, шул иҫәптән экспорт — 132 миллион, импорт 0,2 миллион тәшкил иткән. Республиканан Ҡырғыҙстанға нефть продукттары, шулай уҡ ағас эшкәртеү, химия, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһы ебәрелә. Ҡырғыҙстандан Башҡортостанға электр лампалары килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика