05:43 (UTC+5), 02 Марта 2015

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ҡул ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Документҡа ярашлы, республика башлығы Хакимиәтенә Стратегияны тормошҡа ашырыу барышын контролдә тотоу һәм Рәсәй Хөкүмәтенә мәғлүмәт еткереү, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә дәүләт милли сәйәсәте өлкәһендәге дәүләт программаларының үтәлешен контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән.
Указға ярашлы, республиканың Мәҙәниәт министрлығына 2015 йылдың 1 июленә тиклем 2016-2020 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу» дәүләт программаһын әҙерләргә ҡушылды.
Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына 2015 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән муниципаль программаларҙы ҡабул итергә тәҡдим индерелде.
Шулай уҡ республикала дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы 2015 йылдың апрелендә Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының өсөнсө съезын үткәреү хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Ойоштороу комитеты составы раҫланған, уға 2015 йылдың 1 мартына тиклем әҙерлек саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика